Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июль 2019, 15:15

Лагерҙа бала янып үлгән...

189 бала ял иткән Хабаровск эргәһендә урынлашҡан “Холдоми” тигән лагерҙа кисә янғын сыға. 26 палатканың 20-һе яна, биш оло кеше, биш бала зыян күрә.

189 бала ял иткән Хабаровск эргәһендә урынлашҡан “Холдоми” тигән лагерҙа кисә янғын сыға. 26 палатканың 20-һе яна, биш оло кеше, биш бала зыян күрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер бала һәләк була. Ҡыҙыҡайға бөгөн 11 йәш тулған булыр ине...


Дүрт бала әле ауыр хәлдә реанимацияла, тәндәре ныҡ бешкән. Фаразлауҙарынса, янғын ҡыҙҙарҙың палаткаһында сыҡҡан, йылытҡыс өҫтөнә әйбер элгәндәр.


Әле тикшереү эше бара, сәбәптәр асыҡлана. Ҡаза күргән балаларҙың ата-әсәһен Хоҙай ярҙамынан айырмаһын.


Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.