Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июль 2019, 21:30

Ул тормошҡа ғашиҡ

Уның егәрлелегенә, тырышлығына, эшсәнлегенә, энергияһы ташып тороуына ҡарап, хайран ҡалаһың, ул һәр ваҡыт хәрәкәттә, эштә. Бер минутын да бушҡа үткәрмәҫкә тырыша. Үҙ бәхетен үҙе төҙөй, ҡоя, ҡора. Һүҙем – яҡташым, замандашым “Башҡортостан” гәзитен байтаҡ йылдар алдырып уҡыған Яҡуп Мәсғүт улы Ғәлин тураһында.

Үҙ бәхете – үҙ ҡулында.


Уның егәрлелегенә, тырышлығына, эшсәнлегенә, энергияһы ташып тороуына ҡарап, хайран ҡалаһың, ул һәр ваҡыт хәрәкәттә, эштә. Бер минутын да бушҡа үткәрмәҫкә тырыша. Үҙ бәхетен үҙе төҙөй, ҡоя, ҡора. Һүҙем – яҡташым, замандашым “Башҡортостан” гәзитен байтаҡ йылдар алдырып уҡыған Яҡуп Мәсғүт улы Ғәлин тураһында.


Мәкәш урта мәктәбен уңышлы тамамлап, Аксен ауыл хужалығы техникумында, Башҡортостан дәүләт аграр университетында төплө белем алып, бәхетте ситтә эҙләмәйенсә, тыуған яҡтарына агроном булып әйләнеп ҡайта егет. Хужалыҡ етәксеһе, йәш булыуына ҡарамай, Яҡуп Мәсғүт улын Жданов исе­мендәге колхоздың 2-се бригадаһы­на бригадир-агроном итеп тәғәйен­ләп яңылышмай. Уҡыу йорттарын­да алған белемен, тырышлығын һалып, йәшлек дәрте менән йәш белгес бригаданы тиҙ арала алға сыға­ра. Хужалыҡта ғына түгел, район күләмендә лә алдынғылыҡты бирмәй егет. Көнө-төнө колхоз яландарынан ҡайтмай эшләгән хеҙмәте юғары баһалана. Ауыл хужалығы тарма­ғында күрһәткән тырыш хеҙмәте өсөн Яҡуп Мәсғүт улы III дәрәжә “Хеҙмәт даны” ордены, Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең бронза миҙалы менән бүләкләнә.
Арыу-талыу белмәй тырышып эшләп йөрөгәндә, киләсәккә төҙөгән пландары, иреялары бер көн эсендә юҡҡа сыға. СССР-ҙың тарҡалыуы, колхоздың бөтөрөлөүе шаңҡыта йәш белгесте. Тиҙ арала колхоз мөл­кәтенең шәхси ҡулдарға күсеүе тамам аптырата. Йылғырҙар ҡул йылытып ҡалырға өлгөрә шул, ләкин егет юғалып ҡалмай. Алдынғы ҡарашлы булыуы, әүҙемлеге уны эшҡыуарлыҡҡа алып килә. Тиҙ арала ит етештерә башлай ул. Башта һыйыр малы ите етештереү менән шөғөлләнә. Һуңынан йылҡы, ҡаҙ, бройлер, индоутка ите етештерә башлай. Район, баш ҡала йәр­минкәләрендә ҡатнаша. Хатта ҡа­ҙылыҡты ла үҙе әҙерләй.
Беҙҙең яҡтарҙа Яҡуп Мәсғүт улын “ит батшаһы” тип тә йөрөтәләр. Ҡала мәсеттәрен Ҡорбан байрамына һарыҡ малы менән дә тәьмин итә, бөтә ергә өлгөрә.
Горчак ауылында матур, бейек йорт һала. Уның өйө ауыл Советы биләмәһендә иң күркәмдәрҙең береһе – хан һарайы кеүек, алыҫтан күренеп, ауылына йәм өҫтәп ултыра.
Атаһы Мәсғүт ағайҙың кәңәш­тәрен, өгөт-нәсихәтен йыш иҫкә ала уҙаман. “Бер кем бер кемгә бәхет төҙөмәй. Үҙ бәхетең – үҙ ҡулыңда. Йоҡлап ятмаһаң, тырыш эшсән булһаң, бөтә нәмә булыр”. Йоҡлап ятмай Яҡуп Мәсғүт улы. Кешеләр йоҡонан торғансы күрше ауылдарҙы, райондарҙы урап ҡайта. Үрсетеүгә мал белешә, ит һата. Дәүләкән һөт комбинатын япҡансы ауыл халҡынан һөт ташыуҙы ла ойоштора. Әүҙем, тырыш тормош менән йәшәй. Ял сәғәттәре лә ойоштора ауылдаштары өсөн.
Уның башланғысы менән Ахун, Горчак ауылдарында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Ауыл урамы байрамдары” үтә. Һәр ауылдашы менән шәхсән үҙе һөйләшеп, кәңәшләшеп, ауылды урап сығып, урамдарҙы, ихаталарҙы йыйыштырыуҙы ойоштора. Мохтаждарға матди ярҙам күрһәтә. Байрам сараларында мул итеп табындар ҡора. Ул бер кемдән дә ярҙам көтөп ултырмай. Үҙ бәхетен үҙе ҡоя. Ауыл район, баш ҡалала үткән концерт, спектаклдәргә әүҙем йөрөй. Ял итергә лә онотмай. Сит илдәрҙә лә сәйәхәт итеп ҡайта.
Бер туған ике апаһы һәм бер һеңлеһенә лә оло терәк-таяныс ул. Бер ул, бер ҡыҙ ҡарап үҫтереп, бөгөнгө көндә бәхетле олатай ҙа ул. Балаларына алыштырғыһыҙ терәк, ярҙамсы.
Алты тиҫтәне тултырһа ла, аҙымдары ныҡ, еңел. Исеме лә пәйғәмбәрҙән уның – Яҡуп. Эштәре лә изге, кешелекле лә, кеселекле лә. Ундай кешеләр күберәк булһа, тормошобоҙ ҙа күпкә йәмлерәк, етешерәк, мулыраҡ булыр. Һүҙемде йомғаҡлап, бары тик “Афарин, замандаш, афарин, яҡташ!” тип әйтке килә.


Дәүләкән районы.