Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июль 2019, 18:30

Игеҙәктәрҙең аталары төрлө була аламы?

Тәбиғәт һәм кеше организмының ғәжәйеп серҙәренә иҫ-аҡылың китер. Түбәндәге хәл – бына ошо һүҙҙәргә дәлил.

Тәбиғәт һәм кеше организмының ғәжәйеп серҙәренә иҫ-аҡылың китер. Түбәндәге хәл – бына ошо һүҙҙәргә дәлил.


Ҡытайҙағы Сямынь ҡалаһындағы Фуцзянь провинцияһынан бер ҡатын бер юлы ике төрлө атайҙан игеҙәктәр тапҡан. Был хәл полиция бүлексәһендә яңы тыуған сабыйҙарҙы теркәгәндә эшләткән ДНК-нан һуң асыҡланған. Уға ярашлы, ҡатындың ире балаларҙың берәүһенә генә атай булып сыҡҡан. Быға тиклем ир сабыйҙарҙың береһенең үҙенә оҡшамауын һиҙемләгән. Тест тикшереүе иһә ошо шикте раҫлаған.


Әлбиттә, ғаилә башлығы хәләл ефетенән хәлде аңлатыуҙы һораған, әммә ҡатын иренең ғәйепләүҙәренең хаҡ түгеллеге хаҡында әйткән, әммә һуңғараҡ, ДНК-нан һуң, иренә хыянат итеүе тураһында һөйләгән. Тап ана шул кеше сабыйҙарҙың береһенең атаһы булып сыҡҡан.


Бер юлы ике ирҙән игеҙәктәр тыуыуы бик һирәк күренеш икән. Медицинала был хәл гетеропатерналь суперфекундация тип атала. Был хәлдең 13 мең кешегә 400 осраҡ тура килә.


Фото: segodnya.ua.