Тағы шуныһы аптырата: ул ҡаршы юлға сыҡҡан һәм сәғәтенә 150 километр тиҙлектә автомобилен ҡыуған. Уны тотҡандар. “Ярыш” сәбәпсеһе Стәрлетамаҡтан Артур Ғ. тигән кеше булып сыҡҡан. Өҫтәүенә полицейскийҙар егеттә травматик пистолеттың барлығы асыҡлаған. “Өйҙән йәйәү сыҡтым. Был машина минеке түгел. Кемдеке икәнен белмәйем”, – тип яуап биргән. Әле суд уны өс тәүлеккә ҡулға алған. Уға ҡарата административ эштәр асылған.