Үҙебеҙҙе лә, яҡындарыбыҙҙы ла һаҡлайыҡ.
Республика Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәренә күҙ һалһаң, сәс үрә тора. Йыш ҡына “Юлдар хәрәкәт өсөнмө, әллә һуғыш яланымы?” тигән һорау тынғылыҡ бирмәй, сөнки уларҙа көн дә тиерлек кеше ғүмерҙәре өҙөлә, йәрәхәтләнәләр. Киң мәғлүмәт сараларында ла юлдағы ҡурҡыныс фажиғәләр хаҡында мәғлүмәт йыш күҙгә салына. Тик кешелек һәр кемгә ғүмерлек һабаҡ булырлыҡ күңелһеҙ осраҡтарҙан фәһем алмай. Ниңә? Яуап табыуы ауыр, әммә шул уҡ ваҡытта ошо хәлдәргә тарымаҫ өсөн һәр кем тәрбиә эшен үҙенән һәм яҡындарынан башларға, дәүләт иһә үҙ яғынан уңайлы шарттар тыуҙырырға бурыслы тигән хәҡиҡәтте бер кем дә инҡар итә алмаҫ. Нәҡ шундай уйҙар тыуҙы республиканың ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәрҙәре менән рейдҡа сыҡҡанда.
Ял көндәрендә көсәйтелгән режимда эшләйҙәр
Юлдарҙа аварияларҙы кәметеү, тәртип боҙоуҙарға юл ҡуймау маҡсатында, республиканың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ял көндәрендә көсәйтелгән эш тәртибенә күскән. – Ял көндәрендә автомобиль юлдарындағы аварияларҙа кешеләр күпләп һәләк була. Алты айҙа рулгә эскән килеш ултырғандар ғәйебе менән 117 һәләкәт булды, уларҙа 34 кешенең ғүмере өҙөлдө. Шуға ла был урындарҙы асыҡлап, анализ яһап, ошондай юл участкаларында күҙәтеүҙе көсәйттек, – ти республика ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтенән Ленар Зиннуров.
Рейд барышында Иглин, Нуриман райондарын иңләнек. Өфөгә яҡын урынлашҡан был төбәктәр юлдарындағы күренеш ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә. Исмаһам, бер минутҡа ғына тыныс булһасы. Юҡ, береһенән-береһе ҡеүәтлерәк заман аттары уҙыша-уҙыша алға ынтыла. Улай ашҡыныу кәрәкмәҫ ине, тик улар был хаҡта уйлап та бирмәй.
Рейд барышында эскән килеш рулгә ултырғандарҙы аулауға айырыуса ҙур иғтибар бирелде. Идаралыҡтың махсус взводы район инспекторҙарына ярҙамға сыҡты. Аҙым һайын патруль автомобилдәрен шәйләгән водителдәр иһә ҡаршы һыҙатта осрағандарҙы иҫкәртә. Хатта ҡайһы берәүҙәр абайламайынса, беҙ ултырып барған патруль машинаһын да иҫкәртеп, фараларын ҡабыҙып һүндерә ине.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Иглин районының Ҡалтыман ауылында конструкцияһы үҙгәртелгән машинаны туҡтатты. Уға бесән тейәп ҡайтып баралар ине. Тикшереү барышында транспорттың бер ниндәй ҙә документтары булмауы асыҡланды. Етмәһә, рулдәге ултырған һуҡмыш ирҙең водитель танытмаһының да ғәмәлдә булыу ваҡыты күптән үткән.
Ҡатыны иһә: “Эш хаҡы һигеҙ мең һум, балаларҙың ипотекаһы бар, шуға ла ярҙам булһын тип һыйыр көтәбеҙ. Ә һеҙ күҙ терәп торған техникабыҙҙы тартып алаһығыҙ”, – тип зарланды. Ауыл халҡына ла был күренеш оҡшаманы, ирҙе яҡлап, ризаһыҙлыҡ белдерҙеләр. Беҙгә лә ябай ауыл кешеһе йәл ине, әммә ул законды боҙған.
Инспекторҙар автомобиль хужаһына протокол төҙөнө, “тимер ат”ын штраф туҡталҡаһына алып китте. Ирҙең һүҙҙәренсә, бесәндә бер шешә һыра эскән булған. Өйгә ҡайтҡансы түҙмәгән...
Шулай итеп, ял көндәрендә ЮХХДИ инспекторҙары республика юлдарында 2400 тәртип боҙоу осрағын асыҡланы, 113 эскән водителде тотҡарланы.
Йәйәүлеләргә лә тротуар кәрәк
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре теүәл үтәлһен өсөн шарттар тыуҙырылыуы мөһим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле Рәсәй юлдарының күпселеге камиллыҡтан алыҫ тора. Ҡайһы саҡта ошо етешһеҙлектәр ҙә күңелһеҙ эҙемтәләргә килтерә.
Мәҫәлән, Иглин районының Ҡалтыман, Яңы Березовка ауылдарында булған саҡта автомобиль күпләп йөрөгән урамдарҙағы юлдарға асфальт түшәлгән булһа ла, йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар юҡлығына иғтибар иттем. Бөтә халыҡ транспорт мыжғып торған һыҙаттан атлай. Етмәһә, балалар ҙа шунда сыға, велосипедта елдерә. Инспекторҙар ҡаршы осраған бала-сағаға юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итте, әммә башҡа йөрөр урын булмағас, улар ҡайҙа барһын инде.
Транспорт ағымының йылдан-йыл көсәйеүен иҫәпкә алғанда, ауыл урамдарында ла тротуарҙар төҙөү көн талабы булыуын танырға кәрәк. Ҡалаға яҡын урынлашҡан, транспорт күпләп йөрөгән ауыл-ҡасабаларға бигерәк тә ныҡ ҡағыла был.
Әйткәндәй, республикала ЮХХДИ-ның юл инспекцияһы, алты айҙа юл хәрәкәтендә хәүеф тыуҙырған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙе талап итеп, 15 069 күрһәтмә сығарған. Талаптарҙы ваҡытында үтәмәгән 50 етәксегә һәм 34 ойошмаға административ штраф һалынған.
Республика ЮХХДИ мәғлүмәттәренә ярашлы, 15–21 июлдә төбәк автомобиль юлдарында бөтәһе 78 авария теркәлгән, шул иҫәптән уларҙа һигеҙ кешенең ғүмере өҙөлгән, 111-е тән йәрәхәте алған, 41 осраҡта автомобилдәр бәрелешкән, йәйәүлеләрҙе бәрҙереү буйынса 17 хәл теркәлгән.
Дөйөм алғанда, ошо алты көндә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған 16 822 кеше асыҡланған, шул иҫәптән 294 иҫерек водитель тотолған, 519 автомобиль ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан, 407 осраҡта балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәһен үтәмәүҙәре теркәлгән. 1036 автобус водителенең, 344 йәйәүленең ҡағиҙә боҙоуы, 296 осраҡта йәйәүлеләргә юл бирмәүҙәре асыҡланған...
Был исемлекте әллә күпме дауам итергә була. Әле беҙ бары алты көндә юлда булған хәл-ваҡиғаларға ғына байҡау яһаныҡ, әммә ошо күренештәрҙән сығып ҡына ла республика юлдарындағы хәлде төҫмөрләргә мөмкин.
Һәр кемебеҙ – ошо юлдарҙа хәрәкәт итеүселәрҙең бер тамсыһы, шуға үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ, юл ҡағиҙәләрен боҙмайыҡ.