Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июль 2019, 01:30

Намыҫлы егеттәрҙең исеме билдәле булды

Был хәл-ваҡиға, социаль селтәрҙәрҙә киң таралып, бик күп рәхмәтле комментарийҙар йыйҙы.

Ауырлы ҡатынға иҫән-һау бала табыу йортона барып етергә ярҙам иткән ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тураһында хәбәр иткәйнек инде.
Әле бына уларҙың исемдәре билдәле булды: полиция капитаны Айрат Батыршин менән өлкән лейтенант Игорь Фатун.
Улар, Өфө – Ырымбур юлының ремонт эштәре барған өлөшөндә дежурҙа торғанда, ҡаршы һыҙаттан юғары тиҙлектә елдергән машинаны туҡтата. Баҡтиһәң, автомобилдә ултырған ҡатынды тулғаҡ тота башлаған икән.
Күп уйлап тормай, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре “мигалка”лар менән быларҙы оҙатып бара. Бәхетле ғаиләнең ҡыҙҙары донъяға килә.
Был хәл-ваҡиға социаль селтәрҙәрҙә киң таралып, бик күп рәхмәтле комментарийҙар йыйҙы.
Фото: gibdd 102.ru
Читайте нас: