Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Июль 2019, 14:12

Мотоцикл уйынсыҡ түгел...

Миәкә районының Ҡолтай-Ҡаран ауылынан өс үҫмер төнгө ваҡытта мотоциклда йөрөргә сыға. Әммә тәжрибәһе булмаған 17 йәшлек үҫмер ИЖ "Планета" мотоциклына идара итә алмай, юл ситендә торған трактор-тейәгескә барып бәрелә.

Һөҙөмтәлә мотоцикл хужаһы һәм уның ике пассажиры - 15 йәшлек егет менән 17 йәшлек ҡыҙ төрлө тән йәрәхәттәре ала. Һуңынан юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, водителдең транспорт йөрөтөүгә танытмаһы булмай сыға. Етмәһә, ул төнгө мәлдә мотоциклдың фарҙарын да яндырмай, йәштәр мотошлемһыҙ юлға сыға. Тәртип боҙоусының рулгә спиртлы эсемлек эсепме-эсмәйме ултырыуын билдәләү өсөн ҡанын анализға алғандар.

Һуңғы тәүлектә һигеҙ авария теркәлеп, уларҙа 11 кеше зыян күргән. Юлдарҙа һаҡ булайыҡ, башҡаларҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймайыҡ.

Фото: m. berdsk-online.ru
Читайте нас: