Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Август 2019, 22:00

100 мең һумды Кирилл нимәгә тотонор?

Бөгөн Ҡырымда “Таврида 5.0” йәш мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре форумының 11 сменаһын ябыу тантанаһында гранттар конкурсына йомғаҡ яһалды.

Бөгөн Ҡырымда “Таврида 5.0” йәш мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре форумының 11 сменаһын ябыу тантанаһында гранттар конкурсына йомғаҡ яһалды.


Еңеүселәрҙең береһе тип Кирилл Бердин танылды. Ул конкурсҡа “Ишет мине” проектын тәҡдим итеп, уны тормошҡа ашырыуға 100 мең һум грант отто.


– Быуындар бәхәсе проблемаһы күптән борсой. Мин һәм командам кешенең аңына көслө йоғонто яһау алымы булған кинематограф ярҙамында проблеманы асып бирмәксебеҙ, – тине Кирилл. – “Таврида” форумынан бик күп файҙалы мәғлүмәт алдым, яңы дуҫтар таптым һәм, иң мөһиме, гранттар конкурсында еңеү яуланым.


Кирилл Бердинға 18 йәш. Ул Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡый, социаль роликтар һәм ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөрөү менән мауыға.


Әйткәндәй, “Смена видеоконтенты” сиктәрендә гранттар конкурсына 99 ғариза бирелгән. Еңеп сыҡҡан 30 кешенең проекттарына 14 миллион 980 мең һум аҡса бүленгән.


Фото: “Бәйләнештә”.
Читайте нас: