Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Август 2019, 15:34

Һигеҙенсе һалдат үлгән...

“Башҡортостан” гәзите сайтында Свердловск өлкәһендә республикабыҙҙан хәрби хеҙмәткә саҡырылған Илдар Сиражевтың һәләк булыуы хаҡында хәбәр иткәйнек.

“Башҡортостан” гәзите сайтында Свердловск өлкәһендә республикабыҙҙан хәрби хеҙмәткә саҡырылған Илдар Сиражевтың һәләк булыуы хаҡында хәбәр иткәйнек.


Илдар бала саҡтан техника яратҡан. Ҙурая төшкәс, ул хатта гараждағы машиналарҙы ремонтлай башлаған. Егеткә шулай уҡ эргә-тирәләге ирҙәр ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Шуға мәктәпте тамамлағас, Илдар оҙаҡ уйлап тормаған, автомеханик һөнәрен һайлаған: автотранспорт колледжына уҡырға барған. Уны тик яҡшы билдәләргә тамамлаған яҡташыбыҙға уҡытыусылар артабан да белемен камиллаштырырға, тип кәңәш иткән. Әрме хеҙмәтенән һуң Илдар Башҡортостан аграр университетына уҡырға инеү, юғары белемле автомеханик булыу тураһында хыялланған.


...Былтыр егетте Тыуған ил алдындағы мөҡәддәс бурысын үтәргә саҡырғандар. Чечня, Осетия кеүек ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт иткән ағалары кеүек, әлбиттә, бер ниндәй уй-шикһеҙ һалдат кейемен кейгән егет. “Уның бер кем менән дә һүҙгә килешкәне юҡ ине”, – ти хәҙер хеҙмәттәштәре.


Хәрби частағы машиналарҙы ремонтлау һалдаттың бурыстарының береһе булған. Был эшен яратып, урын еренә еткереп атҡарыуы хаҡында ул туғандарына ла һөйләгән. Бер тапҡыр егеттең апаһы Роза туғанын күрергә барғанда, дүрт сәғәт көтһә лә, һалдат менән осрашыу бәхете тәтемәй. “Кис унан ҡайҙа йөрөүе хаҡында һораным. Уны офицерҙарҙың машиналарын ремонтлатыу өсөн частан ситкә сығарыуҙары тураһында һөйләгәйне. Ул саҡта был хәлгә иғтибар итмәгәнбеҙ”, – ти апаһы.


Хәрбиҙәрҙең рәсми версияһына ҡарағанда, фажиғә 24 июлдә киске сәғәт һигеҙ тирәһендә теркәлгән. Илдарҙы күнекмәләр барған ялан лагерында тапҡандар, Үрге Пышма ҡалаһындағы дауаханаға илткәндәр, әммә табиптар ҡотҡара алмаған. Башта егеттең йөрәге ауыртҡан, тиһәләр, һуңғараҡ “электр тогы һуҡҡан”, тип әйткәндәр. Һалдаттың үлгән ваҡытында яңғыҙ булыуы туғандарында ҙур һорау тыуҙыра. Егетте ерләүгә әҙерләгәндә һуңғы версияның ысынбарлыҡҡа тура килеүен хәҙрәт тә раҫлаған.


“Был – мин белгәндән алып ошо уҡ часта һигеҙенсе мәйет. Унда шундай тәртипһеҙлек”, – тигән егеттең апаһына уны машинала частҡа алып барған таксист.


Үҙәк хәрби округтың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, водитель-электрик полигонда план буйынса барған күнекмәләр барышында электр тогының һуғыуы һөҙөмтәһендә вафат булған.


Әле был фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Һамарҙағы хәрби-тәфтиш идаралығы һалдаттың үлеү сәбәптәрен тикшерә.


Фото: wallpapers.ru
Читайте нас: