Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Август 2019, 13:42

Үлгәс, йорт кәрәкмәй, тиҙәр...

Алты бала әсәһе Оксана Волкованы ире үлтереп, баҫыуҙа күмгәнлеге асыҡланғайны...

Фото: proufu.ru
Фото: proufu.ru
Июлдә Бөрө районында алты бала әсәһе Оксана Волкованың юғалыуы, уны бер нисә көн эҙләүҙәре, һөҙөмтәлә, уны ире үлтереп, баҫыуҙа күмгәнлеге асыҡланғайны.
Әлеге ваҡытта ҡот осҡос енәйәт эшләгән әҙәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡулында булһа, бахыр ҡатындың апаһы балаларына опека юллай икән. Шуныһы аяныслы: баҡһаң ошо көндәрҙә Оксана дәүләттән торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн субсидия алырға тейеш булған, тик ул һәләк булыу сәбәпле, уның сираты башҡаларға күскән.
Күп балалы әсә 2012 йылда Якутскиҙан дүрт балаһы менән Башҡортостанға күскән, әсәлек капиталына Бөрө районынында иҫке, бәләкәй йорт һатып алған. Бында тағы кейәүгә сығып (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, буласаҡ үлтереүсеһенә), тағы ике бала тапҡан.
Урындағы халыҡты социаль яҡлау үҙәге етем ҡалған алты баланың йәшәү шарттары ҡот осҡос икәнлеген белһә лә, дәүләт ҡануниәтенә ҡаршы барып булмай, шуға ла етемдәр торлаҡ субсидияһын ала алмай, тип белдерә.
Читайте нас: