Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Август 2019, 20:30

Бөрйәндә, Инсебикә ҡаяһы янында...

Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө Бөрйән районында һәр йыл яҡшы ойошторола. Уларҙың быйылғы 89-сы тыуған көнө лә сағыу, матур бер иҫтәлек булып күңелдәрҙә ҡалыр, сөнки уларға арнап стела асылды.

Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө Бөрйән районында һәр йыл яҡшы ойошторола. Уларҙың быйылғы 89-сы тыуған көнө лә сағыу, матур бер иҫтәлек булып күңелдәрҙә ҡалыр, сөнки уларға арнап стела асылды. Ул район мәҙәниәт йорто эргәһен йәмләп торасаҡ. Шунда уҡ Һауа-десант ғәскәрҙәре флагы күтәрелде, салют аттырылды.


Йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов тәбрикләне, ойоштороусыларға, запастағы десантсыларға рәхмәт әйтте. Сараның маҡсаты – йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү, Һауа-десант ғәскәрҙәре һалдаттарының байрам йолаһын нығытыу, тине ул.

Һүҙ тантана сәбәпселәренә лә бирелде. Бер үк ваҡытта сәхнәләге экрандан һалдаттарҙың бурысын үтәгән ваҡытта, байрам сараларында төшкән фотолар, видеороликтар күрһәтелде.


Байрам концертынан һуң күмәкләп фотоға төшөү ойошторолдо. Төштән һуң Иҫке Собханғол – Мәһәҙей – Яуымбай – Байназар – Ҡурғашлы – Иҫке Мөсәт – Яңы Мөсәт маршруты буйынса десантсыларҙың флагтар елберләтеп автомобилдәрҙә үтеүен тамаша ҡылды халыҡ.

Байрам Инсебикә ҡаяһы янындағы аҡланда ҡатнашыусыларҙың етеҙлеккә, таһыллыҡҡа, сослоҡҡа ярышы менән тамамланды.


А. Дауытов фотоһы.