Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Август 2019, 20:02

Күршең оҡшамаһа, ут төртөргәме?!

Төмән өлкәһенең Богандинск ауылынан 20 йәшлек егетте ике кешене үлтереүҙә ғәйепләйҙәр. Әле ул һаҡ аҫтына алынған, енәйәт эше ҡуҙғатылған.

72.ru
72.ru
Төмән өлкәһенең Богандинск ауылынан 20 йәшлек егетте ике кешене үлтереүҙә ғәйепләйҙәр. Әле ул һаҡ аҫтына алынған, енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Тәфтишселәр асыҡлауынса, иртәнге сәғәт 4-тәр тирәһендә, ғәйепләнеүсе күршеләренең йортона ут төртә.
Һыҙылып ҡына таң атҡанда йорт хужалары - 33 йәшлек ир менән ҡатын матур төштәр күреп йоҡлаған була. Тик уларға яҡты көндө күрергә насип булмай. Һөҙөмтәлә ғаилә янғында һәләк була.
Төмән өлкәһенең Тикшереү комитеты белдереүенсә, егет күршеләрен бигүк яратмаған, шуға ла уларҙың йортона ут төрткән икән. Етмәһә, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, ул бер нисә тапҡыр төрмәлә лә ултырып сыҡҡан.
Читайте нас: