Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Август 2019, 22:51

Төрмәгә уғры эйәләшкән

Төрмәлә кемдәр ултыра? Әлбиттә, енәйәтселәр, уғрылар. Ә бына...

Фото: izh.kp.ru
Фото: izh.kp.ru
Төрмәлә кемдәр ултыра? Әлбиттә, енәйәтселәр, уғрылар... Ә бына шул холоҡ төҙәтеү колонияһында эшләгәндәрҙең үҙҙәренең бурлыҡҡа барыуы башҡа һыймай.


Өфөләге "Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең икенсе медицина-санитар часын"да элекке баш бухгалтер 2,3 миллион һум аҡса урлауҙа ғәйепләнә. 2015 - 2018 йылдарҙа "башлы" ханым, хеҙмәткәрҙәргә аҡса биреү хаҡында ялған документтар төҙөп, уларҙың имзаһын ҡуйып, ошо сама аҡсаға айыу майы һөрткән.


Уғры үҙ ғәйебен таныған. Тикшереү ваҡытында ул 1,8 миллион һумдан ашыу аҡсаны кире ҡайтарған. Енәйәт эше тикшереү өсөн судҡа тапшырылған.
Читайте нас: