Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Август 2019, 11:10

Эсәр һыуҙа зарарлы матдәләр юҡ

Эсәр һыуға зарарлы матдәләр ағып үткәнме?..

Благовещен районында химикаттар сығарып ташланған ерҙә “аҡыллы” дамба урынлаштырылған. Республика етәксеһе Радий Хәбиров тарафынан төҙөлгән эш төркөмө ағзалары Полиэф заводы янындағы ғәҙәттән тыш хәлдең эҙемтәләрен бөтөрөү барышы менән танышты.

Тирә-яҡ мөхитте бысратҡан матдәләр сығарып ташланған урында ҡомло дамба төҙөлгән.
Бынан тыш, ер аҫтында махсус гидроизоляциялы япма – тәрәнлеге 2 метр тәшкил иткән мембрана урынлаштырылған. Гидротехник ҡоролма ярҙамында Өфөләге эсәр һыу ҡоролмаһына бысраҡ һыу ағып үтеү ихтималы бөтөрөлгән.

Ағын һыуҙарҙы, тупраҡты, йылға төптәрендәге ләмде анализға алып тикшереү дауам итә. Белгестәрҙең раҫлауынса, зарарлы ҡушымталар кәмегән, улар норманан артыҡ түгел.
Полиэф заводы иһә зыянлы ҡалдыҡтарға бәйле сығымдарҙы тулыһынса ҡапларға әҙер.

Фото: rb7.ru
Читайте нас в