Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Август 2019, 12:31

Атай икәнлеген иҫенә төшөргән...

Борай районының Әрнәш ауылындағы бер ир, ниһайәт, улына ярҙам итергә булған. Әммә ул был ҡарарға үҙенә ҡарата енәйәт эше асылғас ҡына килгән.

Борай районының Әрнәш ауылындағы бер ир, ниһайәт, улына ярҙам итергә булған. Әммә ул был ҡарарға үҙенә ҡарата енәйәт эше асылғас ҡына килгән.


Ир үҙенең атай икәнлеге хаҡында онотҡан. Һөҙөмтәлә уның алимент буйынса 340 мең һум бурысы йыйылған. Эш судҡа барып еткәс, ир кинәт кенә үҙенең ер участкаһы барлығын хәтеренә төшөргән һәм тиҙ арала уны улына бүләк иткән. Шуға уға ҡарата енәйәт эше ябылған, сөнки баланың әсәһе судҡа биргән ғаризаһын кире алған.


Фото: novostinform.org
Читайте нас: