Омск өлкәһенең Юбилейный ҡасабаһы ҡарсыҡтарының даны бер көн эсендә бөтә Рәсәйгә таралды.
Баҡһаң, уңған әбейҙәр үҙҙәре йәшәгән күп ҡатлы йорт тирәһендә йыл һайын түтәлдәр эшләп, унда төрлө сәскәләр ултырта икән. Ихатаны үҙ ирке менән тәртиптә һәм бөхтәлектә тоторға өйрәнгән пенсионерҙарҙың күңелен бер генә нәмә ҡырған: йорт эргәһендә бала-саға иртәнән ҡара кискәсә футбол уйнай, туп тибә, шау-гөр килә. Уларҙы иҫкәртеү файҙаһыҙ: малай-ҡыҙҙарҙы йәмле йәй көнөндә тыйып тотоп буламы ни?!
Һүҙ һүҙ менән, әммә балаларҙың тубы бер нисә тапҡыр күркәм түтәлдәр өҫтөнә килеп төшкәс, пенсионерҙарҙы был хәл сығарынан сығарған. Улар туптың сираттағы тапҡыр йорт эргәһендәге сәскәләргә осоп килгәнен көтөп торған да, күн тупты... бысаҡ менән тишкеләп, тураҡлап ташлауҙан да ҡулай ысул тапмаған.
“Ихата һуғышы” нимә менән тамамланғанын аңлап тораһығыҙ: йәмәғәтселек ололарҙы һәм балаларҙы яҡлаусыларға бүленгән, эшкә хакимиәт вәкилдәрен дә йәлеп иткәндәр. Иң мөһиме: бысаҡ менән ҡоралланған ҡарсыҡтар – хәҙер интернет йондоҙҙары.