Биш бала тәрбиәләнгән ғаилә, ниһайәт, төбәк прокуратураһы ярҙамында торлаҡ һатып алыу өсөн тейешле аҡса компенсацияһын алды.
Торлаҡҡа социаль түләүҙәргә хоҡуғы тураһында танытмаһы булған ғаилә, Иглиндә йорт һатып алып, район хакимиәтенә аҡса алыу өсөн мөрәжәғәт итә. Әммә заявка 2018 йылдың аҙағына тиклем ҡаралмай. Һөҙөмтәлә муниципалитетҡа ошо маҡсатта бирелгән аҡса республика бюджетына кире ҡайтарыла. Госстрой чиновниктарының ығы-зығыһы, яуапһыҙлығы арҡаһында быйыл июль айында танытманың срогы ғәмәлдән сыға. Ғаилә аҡсаһыҙ ҙа, йортһоҙ ҙа ҡала. Ата-әсәгә прокуратураға мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сара ҡалмай. Һөҙөмтәлә тейешле 1,4 миллион һум аҡса ғаилә иҫәбенә күсерелеп, торлаҡ һатыусыға тапшырыла.