Кисәге көслө ел, һалҡын ямғыр халыҡтың кәйефен тамам төшөрҙө. Бөгөн дә көн аяҙытырға уйламай, ҡояш бер нисә көн инде болоттар араһынан йүнләп күренмәй. Өҫтәүенә кисә ҡапыл ғына сыҡҡан ел-ғәрәсәт юлындағы бар нәмәне юҡҡа сығарырға маташты. Ошондай хәл кисә Бишбүләктә булған.
Кис көслө ел Баҙлыҡ ауылындағы мәҙәни үҙәктең ҡыйығын алып осорған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре 216 квадрат метр майҙандың зыян күреүен теркәгән. Зыян күргән, һәләк булған кеше юҡ.