Көйөргәҙе районында сүп-сар һалыу өсөн контейнер етештереү юлға һалынды.
Кәмә рәүешендәге һәм һигеҙ кубометр һыйҙырышлы бункерҙарҙы бында айына 100 дана самаһы, 0,75 кубометр һыйҙырғандарын – 200-әр эшләп сығарырға планлаштыралар. Шулай уҡ 1,1 кубометр сүп-сар һалырға мөмкин булған йәшел төҫтәге евроконтейнерҙар эшләп сығара башлау ҙа күҙ уңында тотола.
Был эште “Машхимтрейд” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Игорь Ступин ойошторған. Контейнерҙар һатып алыу өсөн республика ҡаҙнаһында өҫтәмә сығым ҡаралған. Күмертау ҡалаһынан һәм Көйөргәҙе районынан төрлө ойошмалар контейнер эшләтергә заказ биргән дә инде.
Был турала Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов социаль селтәрҙә лә яҙып сыҡты.