Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Август 2019, 17:00

Олокүл буйында һәләк бул инде...

Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылында дүшәмбе көнө теркәлгән юл транспорт ваҡиғаһында 33 йәшлек ҡатын машина аҫтында ҡалып, ваҡиға урынында һәләк була.

Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылында дүшәмбе көнө теркәлгән юл транспорт ваҡиғаһында 33 йәшлек ҡатын машина аҫтында ҡалып, ваҡиға урынында һәләк була.


Был аяныслы хәл ауыл урамында була, әммә водитель зыян күреүсегә тәүге ярҙам күрһәтеү урынына авария урынынан һыпырта. Тик яуыз ниәтле ирҙе полиция хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала эҙләп таба, уның 31 йәшлек Олокүл ауылы егете булыуы асыҡлана.


Шуныһы ҡыҙыҡ: егеттең транспорт йөрөтөүгә хоҡуғы булмай, әммә машинала йөрөргә бик әүҙем була егет, етмәһә, рулгә эскән килеш ултырып сыға. Һәләк булған ҡатын да иҫерек килеш урамға сыҡҡан. Әле был үлемесле ваҡиға буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тикшереү эшен башлаған.


Фото: m/minval.info