Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Август 2019, 19:45

Ҡырғыҙ ҡыҙын көсләгән...

Мәскәү ҡалаһының хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре 24 йәшлек ҡыҙҙы туҡмау буйынса тикшереү эше алып бара.

Мәскәү ҡалаһының хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре 24 йәшлек ҡыҙҙы туҡмау буйынса тикшереү эше алып бара. Аяныслы хәл 1 августа теркәлә.


Ҡырғыҙстандан килеп баш ҡалала эшләп йөрөгән ҡыҙ Дмитровский тыҡрығында урынлашҡан йортҡа фатир йыйыштырырға килә. Әммә йорт хужаһы Урта Азиянан килгән ҡыҙға ташлана һәм уны көсләргә итә. Зыян күреүсе белдереүенсә, ул заявка буйынса таныш булмаған ирҙең фатирын йыйыштырырға килә, тик яуыз ниәтле 27 йәшлек фатир хужаһы уға бәйләнә башлай һәм яҡлауһыҙ ҡыҙҙы көсләй. Өҫтәүенә ҡәбәхәт ир, полицияға мөрәжәғәт итһәң, үлтерәм тип тә янай.


Тик ҡырғыҙ ҡыҙы шул уҡ көндө был ваҡиға тураһында иренә еткерә. Ул дауаханаға эләгә, табиптар уға медицина ярҙамы күрһәтә. Көсләүсенең шәхесен асыҡлап, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре уны ҡулға ала. Был ваҡиға буйынса тикшереү эше асылған.


Фото m. news. yandex. by