Дауаханала бер ирҙе бәүел ҡыуығына операция яһар урынға сөннәтләп ҡайтаралар.
Был хәл Англияның Лестер ҡалаһында була. Терри Брэзьер дауаханаға бәүел ҡыуығына ботокс ҡаҙатырға килгән булған. Быны сирлеләргә ҡайһы бер мускулдарҙы ҡатырып, эшмәкәрлеген туҡтатыу өсөн эшләйҙәр икән.
Тик ике сәғәт үткәс кенә уға табиптың яңылышҡанын әйтәләр. Терриҙың иҫе-аҡылы китә, ышана алмай тора. Үҙе операция ваҡытында, шәфҡәт туташтары менән һүҙгә әүрәп, нимә эшләгәндәрен дә аңғармай ҡалған.
Шунан ул судҡа мөрәжәғәт итергә була. Һәм 20 мең фунт (яҡынса 1,5 миллион һум) аҡса алыуға ирешә. Баҡтиһәң, был дауаханала яңылышлыҡтар тәүгә түгел икән. «Ярай әле аяҡты киҫеп ташламағандар», – тип үҙен тынысландыра ул.