Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Август 2019, 11:49

Радий Хәбиров халыҡтан нимәләрҙе ишетте?

Дүртөйлө һәм Саҡмағош райондарында профессиональ командалар эшләй, муниципалитет башлыҡтары халыҡтың проблемалары хаҡында хәбәрҙар, кешеләр етәкселәрҙе белә, уларға эшмәкәрлек өсөн рәхмәт әйтә. Радий Хәбиров, сираттағы эш сәфәренә йомғаҡ яһап, журналистарға ошо турала һөйләне.

glavarb.ru

– Бәләкәй ҡалаларыбыҙ менән район үҙәктәренең бер аҙ торғонлоҡта ҡалыуына нисәнсе тапҡыр инанам. Уларға яңы һулыш бирергә, ярҙам итергә кәрәк, сөнки һуңғы йылдарҙа был биләмәләрҙә бик аҙ эш башҡарылған, шул иҫәптән төҙөкләндереү йәһәтенән дә. Ошондай сәфәрҙәр һөҙөмтәһендә подъездарҙы ремонтлау, төҙөкләндереү буйынса ҡабул иткән ҡарарҙарҙың хаҡ булыуын, халыҡтың ҡәнәғәт икәнлеген аңлайым, – тине төбәк етәксеһе.
Уның әйтеүенсә, ике район да иҡтисади яҡтан ҡеүәтле, агросәнәғәт комплексы ла уларҙа алға киткән.
– Әлбиттә, һауа шарттары аграрийҙарҙың бер аҙ кәйефен боҙа. Шулай ҙа улар мул уңышҡа өмөтөн юғалтмай. Ике йыл эсендә беҙ тәүге тапҡыр ауыл хужалығы продукцияһы етештереү буйынса күләмде 100 процентҡа еткерҙек, әлегә тиклем күрһәткестәр түбәнәйә ине. Аграр секторҙа йылды бер аҙ үҫеш менән тамамларбыҙ, тип ышанабыҙ. Шуға күрә кәйефебеҙ шәп, – тине Радий Хәбиров.