Тверь ҡалаһынан йыраҡ түгел урманға бәшмәк йыйырға килгән бәшмәксе ҡурҡыныс табышҡа юлыға.
Ир кеше Аввакум ауыл хакимиәте биләмәһендә урынлашҡан "Рябинки" баҡсаһы янында таҫтамалға төрөлгән баланың мәйетенә тап була.
Бәшмәксе ҡурҡыныс табыш тураһында хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә еткерә. Әле тәфтишселәр баланың мәйете баҡсаға нисек килеп эләгеүен, уның ата-әсәһе кем булыуын асыҡлай.