Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Август 2019, 19:30

Эскелек яҡшыға алып бармай...

Ленинград өлкәһенең Кириши ҡалаһында кәйеф-сафа ҡорғандан һуң, бер ҡайҙа ла эшләмәгән ир менән ҡатын, шешәләш ҡатынды сәнсеп үлтерәләр һәм... күп ҡатлы йорттоң тәҙрәһенән урамға ташлайҙар. Енәйәт ҡылыусыларҙың шәхесе асыҡланған, әле был ҡәбәхәттәр ҡулға алынған.

Асыҡланыуынса, Кириши ҡалаһынан 30 йәшлек ир менән 24 йәшлек ҡатын күңелле йәшәргә яратҡан, әммә хеҙмәт түгергә әүәҫ булмағандар.

Тәфтишселәр белдереүенсә, өҫтәл артында ғауға килеп сыға, нимәнелер бүлешә алмайҙар. Һөҙөмтәлә, иҫереп алған ир менән ҡатын яҡын "әхирәт"тәрен сәнсеп үлтерә. Енәйәт эҙен йәшерергә тип, улар ҡатындың кәүҙәһен Совет урамындағы йорттоң тәҙрәһе аша ырғыталар.

31 йәшлек ҡатындың мәйетен 8 август көнө киске һигеҙҙә район үҙәге кешеһе таба, ул аяныслы ваҡиға тураһында хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә еткерә. Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең һөҙөмтәле эшләүе арҡаһында, енәйәт ҡылыусылар асыҡланып, ҡулға алынған, енәйәт эше ҡуҙғатылған. Етмәһә, ғәйепләнеүсе ҡатын быға тиклем урлашып, кеше туҡмап, төрмәлә ултырып сыҡҡан булған.

фото: sm-nevs.ru