Белорет ҡалаһында ауыр тән йәрәхәттәре алған ирҙе дауаханаға килтергәндәр. Баҡтиһәң, ул ҡатынын икенсе ирҙән көнләшкән икән. Ошо сәбәпле сыҡҡан низағ һуғышҡа әүерелгән. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре енәйәтсенең 23 йәшлек егет булыуын асыҡлаған. Ул ғәйебен таныған. Иргә ҡарата енәйәт эше асылған.