Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Август 2019, 22:50

Янғын бер кемде лә аямай...

Салауат ҡалаһында була был хәл...

Фото: Lenta.ru
Салауат ҡалаһының Салауат Юлаев бульварында йәшәүселәр күп ҡатлы йорттан янғын осҡондары сығыуын күреп, тиҙ генә янғын һүндереүселәрҙе саҡыра. Шөкөр, янғын ваҡытында берәү ҙә ҡазаланмай.
Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, ҡотҡарыусылар килгәндә етенсе ҡатта урынлашҡан фатирҙан ҡуйы төтөн телдәре урамға ла сығып өлгөргән була. Автобаҫҡыс ярҙамында бер бүлмәле фатирға ингәс, янғын һүндереүселәр һыуытҡыстың яныуын күрәләр. Тиҙ арала ошо подъезда йәшәүселәрҙе эвакуациялайҙар. Ҡотҡарыусыларҙың һөҙөмтәле эшләүе арҡаһында янғын ваҡытында туҡтатыла, зыян күреүселәр булмай. Әле янғын сәбәптәре асыҡлана.