Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Август 2019, 21:04

Кемдең килене иң оҫтаһы?

Эй ауыл халҡы күңелле йәшәй ҙә инде! Айырыуса йәмле йәй көндәрендә. Йәшел яланға сығып, төрлө матур саралар үткәреп, үҙҙәренең күңелен үҙҙәре күрергә һис тә йыбанмайҙар.

vk.com
vk.com
Эй ауыл халҡы күңелле йәшәй ҙә инде! Айырыуса йәмле йәй көндәрендә. Йәшел яланға сығып, төрлө матур саралар үткәреп, үҙҙәренең күңелен үҙҙәре күрергә һис тә йыбанмайҙар.
Ошо көндәрҙә Ишембай районының Бәләкәй Байыҡ ауылында ла үҙенсәлекле бәйге үтте. Ауылдаштар килендәрен һынап ҡараны: бында "Байыҡтың уңған килендәре" тип аталған ярыш ойошторолдо. Ауылдың иң оҫта дүрт килене майҙан тотто. Улар аш-һыуға, ҡул эштәренә оҫталығын, йыр-бейеүгә маһирлығын күрһәтте.
Һөҙөмтәлә, Сәриә Фәтҡуллина иң уңғаны булып сыҡты һәм беренсе урынға өлгәште. Таңһылыу Баймөхәмәтова - икенсе, Рәйхана Ямалетдинова - өсөнсө, Елена Дауытова дүртенсе урындарҙы бүлеште.
Тик эш урындарҙамы ни? Бәйгеселәр ҙә, ауылдаштар ҙа рәхәтләнеп көндәлек мәшәҡәттәрҙән ял иттеләр, күңел астылар бит.
Читайте нас: