Йәмғиәт
10 Августа 2019, 08:28

Әйтегеҙ әле, һеҙ ҡайҙан һатып алаһығыҙ?

Һеҙ урам буйынан йәшелсә, емеш-еләк һәм башҡа тауарҙар һатып алаһығыҙмы?

vk.comvk.com
vk.com
Һеҙ урам буйынан йәшелсә, емеш-еләк һәм башҡа тауарҙар һатып алаһығыҙмы?
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баш ҡала урамдарында законһыҙ сауҙа итеү нөктәләрен йыш осратырға мөмкин. Аңлашылып тора, беренсенән, был тауарҙың сифаты ҙур икеләнеү тыуҙырһа, икенсенән, уларҙың бер ниндәй рөхсәт ҡағыҙы ла юҡ.
8 август көндө Өфөнөң Киров районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре 9-сы полиция бүлексәһе, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының миграция мәсьәләләре буйынса идаралыҡ һәм “Өфө ҡалаһының йәмәғәт именлеге үҙәге” ойошмаһы вәкилдәре берлектәге рейд үткәрҙе. Улар райондың Свердлов, Аксаков, Киров, Пархоменко, Достоевский урамдарында булды.
Рейд барышында законһыҙ рәүештә емеш-еләк һәм йәшелсә менән сауҙа иткәндәр асыҡланды. Һөҙөмтәлә Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 13.16 статьяһы буйынса протоколдар төҙөлдө. Барлыҡ сауҙа итеү нөктәләре ябылды, һатыусылар менән аңлатыу эше алып барылды. Был эште рөхсәтһеҙ башҡарған граждандар полиция бүлексәһенә оҙатылды.
Читайте нас