Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Август 2019, 10:27

Әсәй - 43-сө, атай - 50-се, улдары - 57-се

Бөгөн 16 йәшлек үҫмерҙең һул аяғы - 35, 05, ә уң аяғы 39, 98 сантиметр.

trendmantra.com
Немец Ларс Мотцтың донъяға килгәндә үк аяҡ табаны оҙонлоғо 9,5 сантиметр була. Сабыйҙың атай-әсәһе лә - иң ҙур аяҡлы кешеләр. Европа размеры буйынса әсәһе - 43-сө, атаһы 50-се үлсәмле аяҡ кейеме кейә.
Ә улдары уларҙы ла уҙып китә. Бөгөн 16 йәшлек үҫмерҙең һул аяғы - 35, 05, ә уң аяғы 39, 98 сантиметр. Егеткә 57-се үлсәмле аяҡ кейеме кәрәк.
Әлбиттә, ғәҙәттән тыш ҙур аяҡлы булыуы уға күп уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Мәҫәлән, үҙе теләгән магазиндан күңеленә ятҡан кейемде ала алмай, ә махсус заказ менән тектерергә тура килә. Етмәһә ҡыйбатҡа ла төшә.
Шулай ҙа Ларс ошо көндәрҙә ҡыуаныслы ваҡиға кисергән - уны Гиннестың рекордтар китабына индергәндәр. Бүлмәһенә ҡуйылған донъя рекордсмены сертификатына ҡарап, егет ғорурлыҡ тойғоһо кисерә.