Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Август 2019, 14:09

Ҡабырғаһын һындырғансы...

Экипаж эҙәрлекләй башлағас, ул автомобилен ҡалдырып тайырға самалай, әммә полиция тарафынан тотола...

proufu.ru
Бөтә бәлә-ҡаза эскелектән сыға.
Өфөнөң Ленин майҙанында иҫерек килеш автомобиль йөрөткән водителде туҡтатыу ысын мәғәнәһендә мажараға әүерелә. Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары ирҙең документтарын тикшергәндә ҡаршылыҡҡа осрай. Иҫерек водитель инспекторҙарҙы этеп ебәреп, машинаһында ҡасмаҡсы була.
Экипаж эҙәрлекләй башлағас, ул автомобилен ҡалдырып тайырға самалай, әммә полиция тарафынан тотола. Ҡулға алыу мәле эҙһеҙ үтмәй, бер инспектор имгәнә – ҡабырғаһын һындыра. Әле 31 йәшлек водителгә ҡарата административ материалдар туплана, тикшереү бара.