Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Август 2019, 20:00

Ваҡытында сара күрелһә, әхирәте тере булыр ине

Өфөлә хужабикәһенең төшөн һаҡлап, ҡунаҡты талап үлтергән стаффордшир терьерын мәңгелеккә “йоҡлатҡандар”.

proufu.ru
proufu.ru
Өфөлә хужабикәһенең төшөн һаҡлап, ҡунаҡты талап үлтергән стаффордшир терьерын мәңгелеккә “йоҡлатҡандар”.


Был хәл тураһында хәбәр иткәйнек инде. 48 йәшлек ҡатын әхирәтенә ҡунаҡҡа килә, бергәләп шарап эсәләр. Шунан хужабикә йоҡо бүлмәһенә инеп ята, этен үҙе менән эйәртә.
Төн уртаһында ҡунаҡ ҡатын әхирәтен уятырға уйлап янына инә. Шул ваҡыт хужаһының йоҡоһон һаҡлаған эт уға ташлана, битен, муйынын тешләй. Күп ҡан юғалтыуҙан бисара ҡатын йән бирә.
Был эттең хужаһына иҫкәртеү яһап, күршеләре күп тапҡыр участка полицияһына ялыу менән мөрәжәғәт иткән булған, сөнки этте һәр ваҡыт балалар майҙансығында морондоҡһоҙ йөрөткәндәр. Быға тиклем йорт хайуаны бәләкәй эткә ташланып, уны талап үлтергән, ләкин быларҙың барыһы ла иғтибарһыҙ ҡалған. Ваҡытында сара күрелһә, кеше ғүмере өҙөлмәҫ ине…
Читайте нас: