Халыҡта “кәбеҫтәне һыуыҡ ағарта, уны беренсе һалҡындарҙан һуң йыйһаң яҡшы” тигән фекер йәшәп килә. Еңелсә һыуыҡ уның өсөн ҡурҡыныс түгел, ә бына көслө һалҡын зарарлауы ихтимал.
Рәсәйҙең урта һыҙатында һуң өлгөрә торған аҡ кәбеҫтәне октябрҙең икенсе яртыһында, һауа шарттары ҡоро булғанда йыйырға кәңәш ителә. Йәшелсәне алғанда көндөҙгө һауа температураһы 4 – 7 градустан йылы, ә төндә яҡынса 0 градус булырға тейеш. Йолҡоп алынған кәбеҫтә һалҡынға тиҙерәк бирешә. Әгәр кинәт кенә һалҡындар башланып, кәбеҫтә бер аҙ туңған икән, уны йылы көндәр башланғас ҡына алырға мөмкин.
Япраҡтары ағара башлап, тотоп ҡарағанда тығыҙ булғанлығы һиҙелһә, кәбеҫтәне йыйырға ваҡыт. Әгәр ул ярыла башлаһа, көрәк менән тамырҙарының бер өлөшөн киҫергә йәки уны, тамырынан бер ни ҡәҙәре өҙөлһөн өсөн, башҡа яҡҡа борорға кәңәш ителә.
Дым етмәү сәбәпле, кәбеҫтәлә ҡоро япраҡтар барлыҡҡа килә. Әммә артыҡ һуғарыу ҙа кәрәкмәй, сөнки йыйыр алдынан 20–25 көн дауамында күпләп һыу һибелгән кәбеҫтә насар һаҡлана. Йәшелсә төбөн йомшартыу һәм күмеү, бигерәк тә һабағы бейек сорттар өсөн файҙалы.
Йылы һауала йыйып алынған кәбеҫтә шаҡтай тиҙ шиңә һәм ауырыуҙарға бирешә. Әгәр һалҡындар башланып, уны алырға һуңға ҡалғанһығыҙ икән, тышҡы япраҡтарында ауырыу барлыҡҡа килтергән бәшмәктәр үрсей башлауы бар. Ике осраҡта ла уңышҡа зарар килеүе мөмкин.
Кәбеҫтәне үҫтергән саҡта был сортҡа хас үҙенсәлектәрҙе белеү мөһим. Ҡайһы берҙәре һаҡлау, ә икенселәре шунда уҡ ашар өсөн ултыртыла. Был сорттар бер-береһенән ауырыуҙарға, ҡоротҡостарға, һыуыҡҡа ҡаршы тороусанлығы һәм өлгөрөү ваҡыты төрлө булыу менән айырыла.
Еңел һыуыҡтарҙы кәбеҫтәнең “амогер” төрө яҡшы кисерә. Түңәрәк, шыма, шаҡтай ҡаты был кәбеҫтәнән көҙөн әскелтем тәм килә, әммә ҡышын уның тәме яҡшыра.
“Волжанка-9” сорты әҙер килеш ашарға һәм тоҙларға яраҡлы. Был кәбеҫтәне һаҡлау ваҡыты дүрт-биш ай тәшкил итә. “Гибрид”, “лежкий”, “крюмон” төрҙәре айырыуса тәмле. “Крюмон”ды алты айға тиклем һаҡлап була.
Кәбеҫтәне һаҡлау туранан-тура уны үҫтереү шарттарына бәйле. Азотлы ашламаларға бай тупраҡта үҫкән йәшелсә оҙаҡҡа бармай. Калий, комплекслы шыйыҡ ашламалар һәм серетмә кәбеҫтәнең оҙаҡ һаҡланыуына ыңғай тәьҫир итә.
Йәшелсәне бер градус һалҡынлыҡта тотҡанда, ул үҙ ауырлығын юғалтмай, төрлө ауырыуҙарға ла бирешеп бармай. Ә бына йылы бүлмә температураһында һаҡларға кәңәш ителмәй.