Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Август 2019, 15:30

Күлдәгенә ут төрткәндәр...

Кемерово өлкәһе табиптары биш йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өсөн көрәшә. Бала бик ауыр хәлдә реанимацияла. Тәфтиш хеҙмәткәрҙәре был фажиғәле хәл тураһында кисә генә хәбәр иткән, ә кескәй бала бер нисә көн инде Новокузнецк дауаханаһында ята.

Биш йәшлек ҡыҙыҡай туғыҙ һәм 11 йәшлек әхирәттәре менән урамда уйнай. Балаларҙың иң кесеһе һәм өлкәне ҡулға-ҡул тотоношоп әйләнгәндә ситтәрәк күҙәтеп торған туғыҙ йәшлеге зажигалка менән сабыйҙың күлдәген яндыра. Ҡыҙҙың кейеме яна башлағас, тегеләре ҡурҡышынан ҡаса. Бахыр бала өйҙәренең ҡапҡаһына саҡ барып етә.

“Тере факел”ды тәҙрәнән күреп ҡалған ағаһы атаһын ярҙамға саҡыра. Тәне ныҡ бешкән баланы дауаханаға оҙаталар. Уйындан уймаҡ сығарған ҡыҙҙың ғаиләһен тикшереү эше дауам итә.

glavny.tv
Читайте нас: