Кассир Луиза Хәйруллина аҡса урлағандан һуң, “Россельхозбанк”та ныҡлы тикшереүҙәр, эштән бушатыуҙар башланды. Өфөнөң Киров районы прокуратураһы банктың тағы ла бер хеҙмәткәрен эштән ебәреүҙе талап итте.
Асыҡланыуынса, “Россельхозбанк” филиалында Стәрлебаш район суд приставтары бүлегенең элекке суд приставы эшләгән. Шул уҡ ваҡытта “Коррупцияға ҡаршы эш итеү тураһында”ғы Федераль законға ярашлы, әүәлге дәүләт хеҙмәткәрҙәре эштән бушатылғандан һуң ике йыл дауамында яңынан эшкә урынлашҡанда махсус комиссияның рөхсәтен алырға тейеш. Әммә был осраҡта ҡануниәттең талабы үтәлмәгән.
Улай ғына ла түгел, суд приставтары хеҙмәтендә эшләгән саҡта был ҡатын банк тарафынан мотлаҡ үтәлергә тейешле ҡарарҙар ҙа сығарған.
Өфөнөң Киров районы прокуратураһы күрһәтмә сығарғандан һуң, хеҙмәткәр эшенән киткән.