Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Август 2019, 17:20

Ял итергә хаҡтары бар!

Мәбүрә Абдулла ҡыҙы Ғәйнуллина сығышы менән Мәләүез районының Смаҡ ауылынан. Оҙаҡ йылдар төрлө ауыр эштәрҙә көс түккән. Уның ҡулдарына ҡараһаң, башҡорт ҡатынының хеҙмәт биографияһы яҙылған төҫлө.

Мәбүрә Абдулла ҡыҙы Ғәйнуллина сығышы менән Мәләүез районының Смаҡ ауылынан. Оҙаҡ йылдар төрлө ауыр эштәрҙә көс түккән. Уның ҡулдарына ҡараһаң, башҡорт ҡатынының хеҙмәт биографияһы яҙылған төҫлө.


"Колхозда эшләнем. Бына, Аллаға шөкөр, социаль путевка биреп торалар. Өс йыл һайын сәләмәтлекте нығытабыҙ. Бында бик оҡшай, " - ти һикһән йәшен тултырырға йыйынған инәй.


Ә Фәриҙә Ғәлләм ҡыҙы Ишмырҙина Ейәнсура районының Таҙлар ауылынан. Ул оҙаҡ йылдар бухгалтер булып эшләгән. "Йәйғор"ҙа оҡшай. Хеҙмәткәрҙәр уңған. Рәхмәт яҙҙым әле кенәгәгә! Башҡортса баҫмалар ҙа уҡыйбыҙ. Шифахана халыҡтың рухи сәләмәтлеген дә хәстәрләй ", - ти мөләйем апай.


Беҙҙең халыҡ башлыса ауыл ерендә йәшәй, шуға күрә улар үҙ иңендә ҡара эштең ауырлығын татыған. Иң мөһиме - шифахана дауаһының уларҙың һаулығына файҙалы булыуы. "Аяҡ-ҡул һыҙлауҙары баҫылып ҡалды, рәхмәт инде ошондай хәстәрлек өсөн!" - тип ҡыуана апайҙар.


Автор фотоһы.
Читайте нас