Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Август 2019, 14:14

“Был зәһәр еҫ ҡайҙан сыға?”

Тәүлек әйләнәһенә подъездарҙы зәһәр еҫкә күмгән фатир уларҙың йәненә тейгән. Баҡһаң...

Фото: РИА Новости.
Фото: РИА Новости.
Пермь крайының Кунгур ҡалаһында суд приставтары фатирында химчистка ойошторған кешене тотҡан. Хоҡуҡ һаҡлаусылар эшҡыуарҙан йорттағы бөтә ағыулы химикаттарҙы һәм ҡорамалдарҙы сығарыуҙы талап иткән.
Ирҙең эшмәкәрлеге күршеләрен күптән инде һағайтҡан, тәүлек әйләнәһенә подъездарҙы зәһәр еҫкә күмгән фатир уларҙың йәненә тейгән. Әммә фатир хужаһы күршеләренең ялыуҙарына иғтибар итмәгән, өйөнә индермәгән. Аптырағандан торлаҡ инспекцияһына дәғүә яҙғандар, ә инспекция хеҙмәткәрҙәре торлаҡҡа инеүгә рөхсәт алыу өсөн судҡа мөрәжәғәт иткән.
Баҡһаң, был фатир келәмдәрҙе таҙартыу буйынса химчисткаға әүерелгән булған.
Читайте нас: