Мәскәү янындағы кукуруз баҫыуында бик ҡаты итеп ултырған Airbus A321 самолеты пассажирҙары урынында бер ҙә булғы килмәй. Ана үләм, бына үләм тигәндә бөтә ғүмер күҙ алдынан үтеп китәлер ул...
Күктә самолет саҡ ҡына һелкетһә лә, ҡот оса, ә бында саҡ ҡоламайҙар бит. Был рейс пассажирҙары ла иҫән-һау ғына ергә ултырғас үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан. Берәүҙәре “икенсе тыуған көнөм бөгөн” тиһә, икенселәре “Хоҙайға ышана башланым”, тиҙәр икән.
“Осоп ҡына киткәйнек, нимә булғандыр, самолет бейеклекте юғалта башланы. Әл дә бик юғары менеп өлгөрмәгәйнек. Аҫта баҫыу булыуы ла ҡотҡарҙы. Икенсерәк урында булһаҡ, бөттө баш ине. Стюардессалар ергә ултырыу менән ишектәрҙе аса һалды, өрөп тултырылған траптар асылды. Кешеләр бер-береһенә ярҙам итте, күптәр ялан аяҡ ҡаса башлағайны. Иң мөһиме, бөтәһе лә тере. Йөктө генә алып булмай, самолеттың янып китеү ҡурҡынысы бар”, – тип һөйләне бер ир.
“Әле баҫыуҙа торабыҙ, зыян күргәндәр бар, бер егеттең ҡулы һынған, – тип яҙҙы икенсе пассажир Твиттерҙа. – Мин тәремә тотоноп ултырҙым, хәҙер, ысынлап та, Хоҙайға ышана башланым. Пилоттарға – һәйкәл ҡуйырлыҡ”.
“Йәмәғәт, ҡотлағыҙ мине һәм беҙҙе. Бында кеше күп, беҙ ҡоланыҡ. Пилоттар – геройҙар, “ҡошсоҡ”то ултырттылар, респект һәм хөрмәт. Һөйләшә алмайым, йөрәк тулай, был бик ҡурҡыныс булды”, – ти видеоға төшөп, Телеграм каналға һалған тағы бер пассажир.
“Бөтәһе лә иҫән, пилот – гений. Мөмкинлек булһа, уға пассажирҙар исеменән баш эйеүебеҙҙе тапшырығыҙ. Ергә ултырғас, бөтә самолет ҡул сапты. Беҙ стюардессаларҙы ҡосаҡлап үптек”, – ти Ольга исемле ҡатын.
Ғүмерең ҡыл өҫтөндә ҡалһа, ниндәй генә уйҙар килмәйҙер шул башҡа. Уларҙың барыһына ла оҙон ғүмер теләйек!