Йәмғиәт
16 Августа 2019, 14:00

“Һине бит өйҙә өҙөлөп көтәләр...”

...Был юлы иһә Фаягөл бик ашыға ине. Студент ҡустыһын да алған. Мин водитель артындағы урынға ҡунаҡланым. Һөйләшергә бик форсат та сыҡманы, ҡыҙҙың арығаныраҡ ҡиәфәтен, төшөнкөрәк кәйефен күреп, бер ни ҙә өндәшмәнем. Шуныһы ғына бер аҙ һиҫкәндерҙе: артыҡ ашыға түгелме был ҡыҙ? Ипләп кенә спидометрға күҙ һалам: сәғәтенә 120, 130...150 километр күрһәтә!

Юлда ашығыу фажиғәләргә килтерә.
Таксиға бик һирәк ултырып йөрөйөм. Был юлы, ғаиләм ауылда ялға ҡалыр булғас, рәсми такси булмаһа ла, юлдаш юлларға тура килде. Социаль селтәрҙәрҙә ундай төркөмдәр тулып ята: кәрәкле йүнәлеште билдә­ләйһең дә юл ыңғайы алып ҡайтҡан водителде эҙләй­һең. Тәжрибәм булмаған­ғамы, кәрәклеһе шунда уҡ табылманы: йә миңә тәғәйен ваҡытта бармай, йә урыны ҡалмаған... Хәйер, иғландар бер-бер артлы килеп сығып ҡына тора. Шуға күрә, Фаягөл тигән ҡыҙҙың яҙмаһы күренеүе булды, шылтырата һалдым. Дөрөҫөн әйткәндә, был йәп-йәш ҡыҙ бала рулдә барыр тип уйламаным да: иғланды ни, атай, ағай, дуҫың һәм баш­ҡалар өсөн дә ҡуйып була.
– Фаягөл, шунса сәғәттә мине Өфөгә алаһығыҙмы? Кем водитель? Юл хаҡы? – тип ҡыҙыҡ­һынам.
Наҙлы ғына тауыш яуап бирә:
– Водитель – мин. Юл хаҡы таксиҙыҡынан осһоҙораҡ булыр, иптәш өсөн юлдаш алам.
Инде ҡыҙыҡһыныу өҫкә сыҡты. Кисте көтәм: ниндәй ҡыйыу ҡыҙ булды әле был?
...Ҡапҡа төбөнә ҡып-ҡыҙыл төҫтәге затлы иномарка килеп туҡтағас, тағы бер ыңғай һығымта яһаным: йәштәр шәп хәҙер, булғас-булғас, яҡшы машинала йөрөргә кәрәк, тигән маҡсатты ҡыуалар. Ишектән иһә үтә йәш, нескә, уртаса буйлы ҡыҙ бала килеп сыҡҡас, күңелде, әлбиттә, бер аҙ шик биләне: ошо водителгә ғүмеремде ышанып тапшырырға тейешменме? Тик артҡа юл юҡ: Хоҙайға тапшырып, яҡындарым менән хушлашам да алға еләбеҙ.
Фаягөл ипле, итәғәтле булып сыҡты. Артыҡ һүҙ һөйләмәй, кәрәк-кәрәкмәгәнен һорамай ҙа. Рулде ышаныслы тота. Рәсми юл тәж­рибәһе ни бары бер йыл ғына икән. Уның ҡарауы, бала саҡтан атайымдың машинаһын йөрөттөм, тине. Тик тиҙлекте ярата, әйкәйем! Ҙур-ҙур йөк машиналарын уҙырға ла күп һорамай, боролоштарҙы ла елдереп үтеп китә. Ни тиһәң дә, ҙур трасса, хәрәкәт көслө. Төрлөһөн уйлайһың...
Күрше өлкәләге хәрби юғары уҡыу йортон бөтөп, Өфөләге бик етди ведомстволарҙың береһендә хеҙмәт юлын башлап тора икән Фаягөл. Һәр һүҙен үлсәп һөйләүе лә – дисциплина һөҙөмтәһе, тип һығымта яһаным. Кемдеңдер иркә генә ҡыҙылыр тигән уй дөрөҫкә сыҡманы: алты балалы ғаиләлә өсөнсөһө икән. Ата-әсәһе – ауыл уңғандары, күпләп мал-тыуар тоталар, бәләкәй генә магазиндары ла бар. Барлыҡ балаларын да уҡытырға тырышып ятҡан көндәре: Фаягөлдән өлкәнерәктәре уҡыу йорттарын тамамлап эшләп йөрөй, ҡустыһы – Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты, бәлә­кәс һеңле-ҡустылары ла мәктәптә яҡшы уҡый икән.
Фаягөл, эш хаҡы ала башлау менән, кредит юллаған, автомобиль һатып алған. Аҙна һайын тиерлек ата-әсәһе янына ҡайтып йөрөй, ярҙам итә, ҡустыһын да йөрөтә. Үҙенең йәштәштәре менән әлегә баш ҡалала фатир яллап йәшәй, киләсәктә торлаҡ мәсьә­ләһен дә хәл итмәксе. Бына шундай аҡыллы ла, маҡсатлы ла, бул­дыҡлы ла ҡыҙ булып сыҡты Фаягөл тигән юлдашым. 23 йәш өсөн был аҙмы-күпме? Һәр хәлдә, “хәҙерге йәштәр “әҙергә-бәҙер” тигән фе­керҙе инҡар иткән кеше һымаҡ тойолдо был ҡыҙ.
...Баш ҡалаға тиҙ һәм хәүеф-хәтәрһеҙ килеп еттек. “Эш аҙнаһы бөткәс, яҡындарым янына ҡайтыр булһам, тағы ла мине юлдаш итеп алырһың”, – тип үтендем.
...Был юлы иһә Фаягөл бик ашыға ине. Студент ҡустыһын да алған. Мин водитель артындағы урынға ҡунаҡланым. Һөйләшергә бик форсат та сыҡманы, ҡыҙҙың арығаныраҡ ҡиәфәтен, төшөнкөрәк кәйефен күреп, бер ни ҙә өндәшмәнем. Шуныһы ғына бер аҙ һиҫкәндерҙе: артыҡ ашыға түгелме был ҡыҙ? Ипләп кенә спидометрға күҙ һалам: сәғәтенә 120, 130...150 километр күрһәтә! Эй, Хоҙайым, был тиҙлектә бер-бер хәлгә осрай ҡалһаң... Насар уйҙарҙы ҡыуырға тырышам, ә машина уларҙан да тиҙерәк алға ынтыла. Салонда – заманса музыка, йәш водитель, студент һәм мин – урта йәштәге өс бала әсәһе. Аллаһ Тәғәләнән балаларым янына имен-һау ҡайтып етеүҙе һорайым, әммә улым йәшендәге тиерлек водителгә өндәшмәйем: мыжып килеп, албырғатып ебәрһәм? Етмәһә, юлдың ҡайһы бер өлөшөндә ремонт бара, тығындар бар, оло юл булғас, төрлө автомобилдәр ҙә етәрлек...
Гәзит редакцияһында эшләү осоронда юл-транспорт ваҡиға­ларының аяуһыҙ статистикаһын күп барларға тура килде. Ошолай ҡабаланыу арҡаһында күпме ғүмер ҡыйылған да күпме яҙмыш сел­пәрәмә килгән... Кем әйтмешләй, юл ҡағиҙәләре ҡан менән яҙылған бит ул. Әммә өндәшмәйем. “Бары­һы ла Аллаһ Тәғәлә ҡулында” тип, юлдан күҙ ҙә алмай, алға ҡарап киләм.
...Валлаһи, ошо араны быға тиклем бындай ваҡыт эсендә үткәнем булмағандыр. Тәғәйен ергә килеп етеп, машинанан төшкәс, Фаягөлдө һаҡ ҡына ҡосаҡлап, арҡаһынан яраттым да:
– Һис шикһеҙ, шәп ҡыҙһың, балаларым хаҡына имен-аман алып ҡайтып еттең, рәхмәт! Уңайһыҙ булһа ла, кәңәшемә ҡолаҡ һал: бер ваҡытта ла ашыҡма, туғаным. Һине бит өйҙә әсәйең өҙөлөп көтөп тора, етмәһә, ҡустыңды ла үҙең менән йөрөтәһең... Пассажирҙар алғас, улар өсөн дә яуаплыһың. Ярты сәғәткә алдан ҡайтып етәм тип, юл фажиғәләренең аяуһыҙ статистикаһын тулыландырырға яҙмаһын, Алла һаҡлаһын! – тинем.
Фаягөл итәғәтле итеп йылмайҙы, ыңғайлап, баш ҡаҡты. Әлбиттә, был йәштә “бар тормош алда” тип фекер йөрөтөп, бәлә-ҡаза тураһын­дағы уйҙар башына ла инеп сыҡ­мағанда, уға ниҙер аңлатыуы бик ауыр. Тәжрибә лә бит йәшәй-йәшәй килә, үҙең ата-әсә булғас ҡына яҡындарыңды икенсе төрлө баһа­лайһың, донъяла иң ҙур бәхет аҡсала ла, матди ҡыуаныстарҙа ла түгел, ә тап именлектә һәм һаулыҡта икәнлеген аңлайһың.
...Фаягөлдөң ғүмере тик шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан торһон, һәммәбеҙ­ҙең дә йөрөгән юлдары имен булһын, тип теләйек.
Читайте нас