Кешеләр өлкәнәйә барған һайын сәләмәтлектең ҡәҙерен нығыраҡ тоя башлай. Ваҡыт һаулыҡтың киткәнен һиҙҙереп кенә тора. Әммә хикмәт һиңә нисә йәш булыуында ғына түгел. Кешенең психологик торошона, аңына, тотороҡлоғона күп нәмә бәйле.
Һинең нисә йәштә булыуың тормоштан йәм табып йәшәргә, бәхетле булырға ҡамасауламаҫҡа тейеш. Әгәр ҙә кеше аҡыл эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныуын юғалтмаһа, ҡартлыҡтың бер ни тиклем артҡа сигенеүе мөмкин. Уҡыу, ижад итеү, шашка-шахмат уйындары – барыһы ла файҙалы шөғөлдәр. Донъялағы яңылыҡтар, ят шөғөлдәр менән танышыу, белмәгәнде белергә тырышыу диванда ял итеп ятыуға ҡарағанда яҡшыраҡ.
Күңелһеҙ, насар уй-фекерҙәр сәләмәтлекте эстән кимерә, ҡаҡшата. Организмығыҙҙа бөтә булған-булмаған сирҙәрҙең билдәһен эҙләмәгеҙ, ҡартлыҡ килеүенән ҡурҡмағыҙ. Насар уйҙарға үҙеңде ышандырһаң, уларҙың ысынбарлыҡҡа әүерелеүе бик ихтимал. Өлкән йәштә булыуҙың үҙ өҫтөнлөктәре лә етерлек. Хәҙер бит һеҙҙең әллә күпме буш ваҡытығыҙ бар, рәхәтләнеп еләк-емеш, йәшелсә үҫтерегеҙ, баҡсағыҙҙы гөл-сәскәгә күмеп, күрше-күләнегеҙҙе шаҡ ҡатыра, һоҡландыра алаһығыҙ. Ейәндәрегеҙгә күберәк иғтибар бүлергә тырышығыҙ.
Хәрәкәтләнеү бер кемгә лә ҡамасауламай. Быуаттың күп сирҙәренән “йүгереп” ҡасып була, тип иҫәпләй табиптар. Күберәк йәйәү йөрөргә, сәләмәтләндереү физкультураһы менән шөғөлләнергә тырышығыҙ. Һыу инеү, велосипедта йөрөү тәнегеҙҙе һығылмалы итер, мускулдарҙы нығытыр.
Дуҫ-иштәрегеҙ, яҡындарығыҙ менән бәйләнеште өҙмәгеҙ. Психик сәләмәтлек аралашыу, кәңәшләшеү менән дә тығыҙ бәйле. Табиптарға үҙ ваҡытында мөрәжәғәт итеү хәйерле, бер сирҙе лә аҙҙырырға, үҙ белдегең менән дауаларға ярамай.
Дөрөҫ туҡланырға кәрәклеген аңлатып торорға ла кәрәкмәйҙер. Өлкән йәштә организмдағы бөтә процестар ҙа яйыраҡ бара. Был ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлегенә лә ҡағыла. Артыҡ күп ашағанда эсәктәр шлактар менән тығыласаҡ. Һөҙөмтәлә иммунитет түбәнәйә, күҙ аҫтары ҡарая, биттең төҫө үҙгәрә, һырҙар тәрәнәйә. Быларҙың барыһы ла кәйефтә мотлаҡ сағылыш табасаҡ. Ризыҡ ни тиклем ябайыраҡ, шунса яҡшыраҡ.