Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Август 2019, 16:00

Тәүтикшереүсе ауырлымы, юҡмы?

Кисә баш ҡаланың Киров районы судында төркөм менән көсләүҙә ғәйепләнгән элекке өс полиция хеҙмәткәренең енәйәт эше буйынса сираттағы ултырыш булған.

Кисә баш ҡаланың Киров районы судында төркөм менән көсләүҙә ғәйепләнгән элекке өс полиция хеҙмәткәренең енәйәт эше буйынса сираттағы ултырыш булған.


Ғәйепләүсе Г. адвокаты менән суд залына алдан уҡ килеп торһа ла, бер нисә сәғәттән һуң ултырыш тағы кисектерелгән. Ҡыҙ прокурорҙың 80-дән ашыу аныҡлаусы һорауҙарына өс сәғәт самаһы яуап биргән. Унан һуң ул һәм уның адвокаты: “Беҙҙең хәлебеҙ хөрт”, – тип суд залынан сығып киткән.


Г. журналистар менән аралашыуҙан ҡырҡа баш тарта, ғәйепләнеүселәр ҙә өндәшмәүҙе хуп күрә. Ике яҡтың адвокаттары ғына ҡайһы бер мәғлүмәттәргә асыҡлыҡ индерә. Мәҫәлән, Г.-ның хәл-торошон күреүселәр матбуғат сараларында “Ул ауырлы түгелме икән?” тигән хәбәрҙе таратҡан. Әммә адвокаттар икенсе фекерҙә: Г.-ға әлеге мәлдә психолог һәм яҡшы медицина белгестәре талап ителә.


Шуныһы ла мәғлүм булды: әгәр өс ирҙе ғәйепле тип тапһалар, Г. уларҙан 100 миллион һум компенсация талап итәсәк.


Мәғлүм булыуынса, өс ир, ошо ваҡиғаға тиклем юғары вазифалар биләгән поиция хеҙмәткәрҙәре Эдуард Матвеев, Салауат Ғәлиев, Павел Яромчук, былтыр 29-нан 30 октябргә ҡараған төндә 23 йәшлек коллегаларын көсләүҙә ғәйепләнә. Тикшереүҙәрҙән һуң, уларҙы эске эштәр органдарынан ҡыуғайнылар. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, тәүтикшереүсе ҡыҙ ҙа эштән ҡыуылды.

Киләһе ултырыш 22 августа буласаҡ.


Фото: kp.ru
Читайте нас: