19 августа баш ҡаланың Калинин районында Ҡулса урамында ремонт башлана.
Ул Александр Невский урамынан башлап, Адмирал Ушаков урамына тиклем эшләнәсәк, 2,45 километр ара тәртипкә килтереләсәк. Эште башҡарасаҡ “Комстрой” подряд ойошмаһы ремонтты 25 сентябргә тиклем тамамларға ниәтләй.
Ремонт заман талаптарына ярашлы, сифатлы материалдарҙан башҡарыласаҡ, юл япмаһы ғына түгел, бордюрҙар, юлды тротуарҙан айырып тороусы тимер кәртәләр ҙә ҡуйыласаҡ, термопластиктан юл һыҙаттары эшләнәсәк.
Ҡулса урамы – автомобилистар киң ҡулланған юл. Ремонт ваҡытында уңайһыҙлыҡтар тыумаһын өсөн, ҡалала йәшәүселәрҙән һәм ҡунаҡтарҙан маршрутты алдан уйлау һорала.
Юл эштәре “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.