Банандар “батшаһы” Колумбияла ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. Был тупраҡта зарарлы бәшмәксәләр табылыу менән бәйле.
Әгәр был афәтте еңеп булмаһа, тотош донъяла бананға ҡытлыҡ тыуасаҡ, тиҙәр.
Колумбия ауыл хужалығы институты белгестәре әйтеүенсә, әлеге ваҡытта зарарланған бөтә үҫемлектәр юҡҡа сығарылған, бәшмәксәләр таралмаһын өсөн аэропорттарҙа һәм һаҡ пункттарында санитар контроль индерелгән. Хатта полиция һәм хәрбиҙәр ҙә проблемаға ҡаршы көрәшкә тотонған.
Австралия, Нидерланд, Бразилия һәм Мексика эксперттары ла ярҙамға килгән.
Әткәндәй, 2018 йылда Колумбия сит илдәргә 866,2 миллион долларлыҡ банан һатҡан.