Иҫерек кешегә иҫкәрмә яһарғамы-юҡмы, үҙегеҙ хәл итегеҙ. Мәскәү ҡалаһында булған был ваҡиғанан һуң беҙҙең героиня, моғайын да, уларҙы урап үтер.
Кис ҡатын кеше балаһы менән урамға йөрөргә сыға. Иҫерек ирҙең күршеләре менән талашҡанын күреп, уға иҫкәрмә яһай. Ҡатын балаһы менән подъезға ингәс, теге әҙәм аҡтығы, уның артынан эҙәрлекләп барып, башына пневматик пистолеттан ата.
Әле ҡатын дауаханала, уны һауыҡтырыу өсөн табиптар бөтә көсөн һала. Енәйәттә ғәйепләнгән 1977 йылғы ир ҡулға алынған, әле тикшереү эше бара.