Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Август 2019, 16:26

Үлмәгән!

Атай эштә, әсәйҙең аш-һыу бүлмәһендә бөтмәҫ-төкәнмәҫ көндәлек эштәре...

Фото: webinfo.kz
Фото: webinfo.kz

Атай эштә, әсәйҙең аш-һыу бүлмәһендә бөтмәҫ-төкәнмәҫ көндәлек эштәре. 1,8 айлыҡ бәләкәс ҡыҙҙы туғыҙ йәшлек апаһы ҡарай. Ғаилә ике ҡатлы шәхси йортта йәшәй. Бер мәл апай кеше тәҙрә янына ултырғыстырҙы шылдыра һәм менеп баҫа. Ҙурайып бөткән балаға тәҙрә ишеген асыу бер ниндәй ауырлыҡ та тыуҙырмай. Бәләкәсе апаһынан ҡабатламай ҡалмай... Тәҙрә төбөнә менә һәм икенсе ҡаттан ҡолап төшә.
Бәхеткә күрә, бала тере! Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идарарлығынан хәбәр итеүҙәренсә хәл баш ҡаланың Ленин районында була. Урынға шунда уҡ Ашығыс ярҙам хеҙмәттәре килә һәм баланы дауаханаға оҙата.
Был хәл уңышлы тамамлана. Ә күпмеһе ҡурҡыныс бөтә? Көндәр киренән йылытҡас, балаларҙың осоп төшөү осраҡтары арта башланы. Сабыйҙарыбыҙҙы һаҡлайыҡ, уларҙы яңғыҙҙарын ҡалдырмағыҙ!

Читайте нас: