Иртәгә Яр Саллы ҡалаһында Башҡортостан һәм Татарстан Республикаларының мәғариф министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәкселәре ҡала халҡы менән осрашасаҡ, төбәктә башҡорт телен өйрәнеүҙе ойоштороу мәсьәләһен тикшерәсәк.
Унан тыш, Бөтө донъя башҡорттары ҡоролтайы “Тамыр”телерадиоканалы менән берлектә “Был – беҙ” тигән махсус проект әҙерләй, унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендәге балалар ҡатнашасаҡ. Иртәгә иһә “Тамыр”ҙың йәш журналистары һәм артистары Яр Саллыла сығыш яһаясаҡ. Улар ҡаланың ата-әсәләрен һәм балаларҙы
сарала әүҙем ҡатнашырға саҡыра, сөнки ҡыҙыҡлы программа әҙерләнгән, бәйгеләр, уйындар буласаҡ, концерт күрһәтеләсәк. Быларҙың барыһын да “тамыр”ҙар видеояҙмаға төшөрөп аласаҡ. Шулай уҡ, “Беренсе республика” кинофильмын күрәһәтеү ҙә планлаштырылған.
Күркәм сара 15 сәғәттә “Родник” Халыҡтар дуҫлығы йортонда башлана.
Ул “Татарстан Республикаһында башҡорт мәҙәниәте көндәре сиктәрендә”