Туберкулездың асыҡ формаһы менән сирләгән ҡатын биш ай буйына һатыусы булып эшләгән.
Ул Яҡут Республикаһы ҡасабаларының береһенә сит илдән эшкә килгән. Ҡулында бит флюорография үтеүе тураһында белешмәһе лә булған! Табиптар баш вата: кем уға шундай документ биргән?
Магазинда күләмле дезинфекция эше ойошторолған, унда эшләгән ҡырҡ хеҙмәткәрҙең сәләмәтлеге тикшерелгән. Ҡурҡыуға төшкән халыҡты тынысландырғандар. Әммә медицина тикшеренеүе лә, хәлде асыҡлау ҙа дауам итә.