Йәмғиәт
21 Августа 2019, 08:00

Бахырҡай...

Кисә кис Архангел районындағы юл-транспорт ваҡиғаһында мәхлүк йәнлек зыян күргән.

Кисә кис Архангел районындағы юл-транспорт ваҡиғаһында мәхлүк йәнлек зыян күргән.


Өфө – Инйәр – Белорет юлынан 36 йәшлек Hyndai Solaris хужаһы Белорет яғына елдерә. 46-сы километрҙа юлға ҡапыл мышы һикереп сыға һәм ҙур тиҙлектә килгән автомобилгә бәрелә.


Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, автоһәләкәттә водитель һәм 32 йәшлек пассажир имгәнә, уларҙы дауаханаға оҙаталар. Ҡырағай йәнлек шул урында уҡ йән бирә.


Был осраҡта кем ғәйепле икәнен әйтеүе бик ауыр, тикшереүҙәрҙән һуң хәл асыҡланасаҡ.


Фото: Ufa1ru
Читайте нас