Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Август 2019, 14:15

Ваза һатып байыған!

Был донъяла мөғжизәләр булмай тиһегеҙме? Була икән шул!

Был донъяла мөғжизәләр булмай тиһегеҙме? Була икән шул!


Бөйөк Британияла оло йәштәге ир ҡарттар йортона күсергә ниәтләп, фатирындағы әйберҙәрҙе һата башлаған. Йыйыштырған ваҡытта ул ҡасандыр инәһе Ҡытайҙан алып ҡайтҡан вазаны тап иткән. Һауыт ярайһы таушалған һәм сыйылған булһа ла, пенсионер уны белгестәргә алып барырға ниәтләгән һәм... яңылышмаған.


Diamond Mills аукцион йорто хеҙмәткәре ҡомартҡыны шунда уҡ аңғармаған, шулай ҙа һатырға сығарған. Башланғыс хаҡын 100 фунт (120 доллар) тип билдәләгәндәр. Ә һатып алыусылар иғтибарлыраҡ булып сыҡҡан: улар вазаның затлы икәнлеген белеп ҡалған. Һөҙөмтәлә ҡиммәтле һауытты Ҡытай коллекционеры 230 мең фунтҡа (280 мең доллар) һатып алған.


Асыҡланыуынса, ваза Цин династияһы императоры Юнчжэн (1723−1735) батшалыҡ иткәндә эшләнгән, хәҙер иһә бик һирәк ҡомартҡы өлгөһө тип иҫәпләнә.


Фото: twimg.com
Читайте нас