Ҡала автобустарында хаҡты туҡталышта төшөр алдынан бирәбеҙ. Мин дә, үҙемә тейешле “Үҙәк баҙар” туҡталышына килеп етер-етмәҫтән, шофер эргәһенә килеп баҫтым. Ҡулымда – “Алға” картаһы.
Күрәм: шоферҙың уң яғында капот өҫтөндә банк терминалы ята. Тимәк, карта менән иҫәпләшергә мөмкин. Был уңайлы ла (кеҫәләге тиндәрҙе һанап мәшәҡәтләнмәйһең), отошло ла.
Тик шофер минең картаны был терминалға тейҙереп кенә алды ла: “Аҡсаһы бөткән бит бының... “ – тип ҡуйҙы. Нисек инде – бөткән? Кисә генә иҫәбенә 200 һум күсергәйнем. “Мониторҙы миңә табан бороп күрһәтегеҙ – “нуль” торамы әллә?” тим. Шофер, киреһенсә, уны үҙенә табан ыңғайлатып ҡуйҙы. Терминал бөтөнләй тоҡандырылмағанға оҡшай. “Ярай һуң, һеҙҙең терминал эшләмәгәнгә мин ғәйепле түгел!” тип автобустан ҡабаланмай ғына сығып киттем. Арттан ҡысҡырырмы икән тиһәм, бер ни ҙә өндәшмәне.
Сыҡҡас, уны фотоға төшөрҙөм: 249-сы маршут, “Пазик”тың дәүләт номеры – “Х 462 КМ”. Был фото минең смартфондан туп-тура “ҡыҙыу бәйләнеш”кә – 8 800 347 1111 телефонына китте.
Икенсе көн Өфө – Аэропорт юлындағы “Ял” кафеһы” туҡталышында транспорт көтәм. Күркәм генә микроавтобус килеп туҡтаны. Бында инде хаҡты автобусҡа ултырыу менән бирергә кәрәк, сөнки ҡала эсендә икенсе тариф. Шофер эргәһендә түләү терминалы ла, уны хәтерләткән башҡа берәй аппарат та юҡ. Шулай ҙа, күрмәмешкә һалышып, уға “Алға” картаһын һонам. “Беҙҙең компания был картаға күсмәне әле” – микроавтобус хужаһының яуабы шул булды. “Уныһы – һеҙҙең ғәйеп, мин түләүҙән баш тартмайым, был картала аҡса бар”, – тим. Ул өндәшмәне, газға баҫып ҡуҙғалып китте. “Матбуғат йорто” туҡталышына килеп еттек, төшөр алдынан шоферға ҡулаҡса һонам. “Юҡ-юҡ, кәрәкмәй, бына түрәләр терминал ҡуйырға ҡушмай бит, ни эшләргә...” – тип ҡул һелтәне шофер. Быға яуап итеп, “Авто-лайн” компанияһының автобусын фотоға төшөрмәнем.
Шоферҙар бынан отола тип уйлаһағыҙ, яңылышаһығыҙ: бер кешенән 20 һум алып еткермәнеләр, уның ҡарауы – ҡулаҡсаның күпме йыйылғанын ул үҙе генә белә һәм байтаҡ өлөшөн кеҫәһенә һалыу мөмкинлеге бар. Был мутлыҡ электән килә һәм әле лә дауам итә.